Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Государственная инспекция по надзору за техническим состоянием самоходных машин и других видов техники РБ

Эшсе ҡаласы тәмлеме?

12 Март 2014
22
0
Республикалағы бер нисә министр эшсе кейемен кейеп тә өлгөрҙө. Мәҫәлән, урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин — балта оҫтаһы, һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев — икмәк бешереүсе, аграр ведомство башлығы Николай Коваленко — машина менән һауыу операторы, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова — маляр, Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы етәксеһе Андрей Иванюта токарь булып эшләп алды.

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев иһә күп ҡатлы йорттарҙың береһендә ташсы ролендә кирбес диуарҙы бик уңышлы күтәрҙе. 

“Гостехнадзор” етәксеһе Ринат Ғәлимов ауыл хужалығы машиналарын йүнәтеү буйынса оҫталығын күрһәтте. Уға Ҡырмыҫҡалы районындағы предприятиеларҙың береһендә эшләргә тура килде. 

— Үҙемде механизатор булараҡ һынап ҡараным. Эш еңелдән түгел, шуға күрә эшсәндәргә уңайлы шарттар булдырырға, уларҙы йылы биналар, ҡорамалдар, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итергә кәрәк. Республикабыҙҙағы ауыл хужалығы предприятиеларында бөгөн механизаторҙар етешмәй, — тине ул.

Мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан ғәзите










Үҙеңдең Республикаңды ас: открытаяреспублика.рф
  • Эшсе ҡаласы тәмлеме?
  • Эшсе ҡаласы тәмлеме?
  • Эшсе ҡаласы тәмлеме?
  • Эшсе ҡаласы тәмлеме?